-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
28 Июнь , 19:40

Беларусь һәм Рәсәй төбәктәренең XI форумы бара

Радий Хәбиров етәкселегендәге Башҡортостан делегацияһы Беларусь һәм Рәсәй төбәктәренең XI форумында ҡатнаша. #Национальныепроектырегпроекты#нацпроектыБашкортостана

Беларусь һәм Рәсәй төбәктәренең XI форумы бара
Беларусь һәм Рәсәй төбәктәренең XI форумы бара

Республика вәкилдәре Витебскиҙа Беларусь һәм Рәсәй төбәктәренең XI форумында ҡатнаша, шулай уҡ дуҫ дәүләттең өлкәләре һәм ҡалалары менән хеҙмәттәшлек тураһында яңы килешеүҙәр төҙөй.

Бындай хеҙмәттәшлек “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты үтәлешенә лә үҙ өлөшөн индерә. Бынан тыш, эшлекле программа сиктәрендә Белоруссияның бер нисә төбәге етәкселәре менән эшлекле осрашыуҙар көтөлә.

Сәфәр башында Радий Хәбиров Витебск өлкәһе губернаторы Александр Субботин менән осрашты. Улар төбәк-ара хеҙмәттәшлекте нығытыу мәсьәләләрен тикшерҙе. Тәүге эш көнөндә Радий Хәбиров «Беларусь союздаш дәүләтенең һәм Рәсәйҙең үҫешен тәьмин итеүҙең мөһим йүнәлеше булараҡ төбәк-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереү» секцияһында сығыш яһаны. Полоцкиҙағы майҙансыҡта форумдың 200-ҙән ашыу делегаты йыйылды, улар власть, бизнес органдарының үҙ-ара эш итеү, шулай уҡ мәғариф, мәҙәни һәм туристик алмашыу мәсьәләләрен тикшерҙе.

Осрашыуҙан һуң Башҡортостан делегацияһы ағзалары Витебскиҙа төҙөкләндерелгән Еңеү майҙанында фонтандар комплексын асыу тантанаһында ҡатнашты. Был сара Витебскиҙы немец-фашист илбаҫарҙарынан азат итеүҙең 80 йыллығы уңайынан ойошторолған.

 

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: