+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
28 Июнь , 09:35

Караптар төҙөү мәсьәләләре буйынса кәңәшмә

Рәсәй президенты Владимир Путин ватан караптар төҙөүҙе үҫтереү буйынса кәңәшмә үткәрҙе. #Владимир Путин

Караптар төҙөү мәсьәләләре буйынса кәңәшмә
Караптар төҙөү мәсьәләләре буйынса кәңәшмә

В. Путин кәңәшмәлә сығыш яһап, 2024 йылда Рәсәй флотына 40-тан ашыу яңы карап биреләсәген белдергән. Ил Башлығы хәбәр итеүенсә, 2022 йылда хәрби — диңгеҙ флотына 24 яңы карап һәм судно, 2023 йылда 33, ә быйыл 40-тан ашыу карап һәм судно тапшырыу планлаштырыла. Владимир Путин һүҙҙәренсә, флотты яңы караптар менән тулыландырыу Рәсәйҙең хәрби потенциалын сифатлы арттырасаҡ. Президент белдереүенсә, донъяла геосәйәси көсөргәнеш арта, Һәм Рәсәй быға адекват яуап планлаштырырға тейеш һәм Рәсәй флоты һөжүмдәрҙән һаҡланырға тейеш.

Владимир Путин хәрби — диңгеҙ флоты караптарын өҫтәмә ут саралары менән йыһазландырырға кәрәклеген дә әйтте. Шуға бәйле караптарға дәүләт Оборона заказы быуат уртаһына тиклем планлаштырылырға тейеш. Шул уҡ ваҡытта президент хәрби караптар төҙөү хаҡының һиҙелерлек кәмеүенә иҫәп тота. Уның һүҙҙәренсә, хәрби караптарға Заказ верфтарҙың оптималь йөкләнешенә тап килергә тейеш. Ил башлығы  караптар төҙөүҙә кадрҙар менән тәьмин итеү мәсьәләһен хәл итеүҙең мөһимлеген билдәләне. Суднолар төҙөүҙә уңайлы хеҙмәт шарттары булдырылырға тейеш, ә хеҙмәткәрҙәрҙең лайыҡлы эш хаҡы булырға тейеш.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: