+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
2 Июль , 16:45

Хеҙмәткәрҙәрҙе уҡытыу файҙаға

Был хеҙмәт етештереүсәнлегенә ыңғай йоғонто яһай.

Хеҙмәткәрҙәрҙе уҡытыу файҙаға
Хеҙмәткәрҙәрҙе уҡытыу файҙаға

 Башҡортостанда “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты (национальный проект “Производительность труда”) сиктәрендә төбәктең компетенциялар үҙәге нигеҙендә “Логистик процестар фабрикаһы” тормошҡа ашырыла. Унда реаль логистик процесс: складта эшләй башлауҙан алып заказдар йыйыуға тиклемге эш моделләнә.

-Федераль компетенциялар үҙәгенән республикабыҙҙа уңышлы тормошҡа ашырылған төбәк “Фабрика”һын киңәйтеү сиктәрендәге был өсөнсө модуль. Төбәктең компетенциялар үҙәге тренерҙары предприятие хеҙмәткәрҙәрен производство һәм офис процестары фабрикаларында әүҙем уҡыта. 1200-ҙән ашыу хеҙмәткәр һаҡсыл производство ҡоралдарын ҡулланыу буйынса реаль тәжрибә алды. Хәҙер был мөмкинлеккә һаҡлау һәм логистика менән шөғөлләнгән  белгестәр ҙә эйә. Юғалтыуҙарҙы сикләп, үҫеш нөктәләре табып, компаниялар конкурентлыҡ өҫтөнлөктәре ала, - тине Башҡортостандың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов.

 Төбәктең компетенциялар үҙәге тренерҙары уҡытыу барышында ҡатнашыусыларҙы һаҡсыл производство ҡоралдары менән таныштырҙы. 

 - Миңә ҡатмарлы булманы. Сөнки был өлкәлә 20 йыллап эшләйем. Тәжрибәм булыуға ҡарамаҫтан, бөгөн мин яңы белем һәм оҫталыҡ алдым. Быны үҙемдең предприятиемда тормошҡа ашыра алам, - тине “Өфөхимкомплект”ының склад хужалығы логистикаһы һәм производство буйынса етәксеһе Гөлнара Йәһүҙина.

Был саралар ил Президенты Владимир Путиндың май указдарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә.

 Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.

Автор:
Читайте нас: