"Һуңғы йылдарҙа республикала алып барылған системалы эш үҙ емештәрен бирә. Санкция баҫымына һәм ҡатмарлы иҡтисади шарттарға ҡарамаҫтан, беҙҙең сәнәғәт тотороҡло үҫешә. Уҙған йыл йомғаҡтары буйынса сәнәғәт етештереүе үҫеше - 6,5 процент, быйылғы тәүге биш айҙа 7,4 процент тәшкил иткән. Беҙ Рәсәйҙең Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы һәм Сәнәғәтте үҫтереү фонды менән әүҙем эш итәбеҙ. Тармаҡ кластерҙарын үҫтерәбеҙ, индустриаль һәм сәнәғәт парктарын асабыҙ. Импортты алмаштырыу мәсьәләләре менән шөғөлләнәбеҙ. Инновацион проекттарға ярҙам итәбеҙ. Предприятиелар менән һөҙөмтәле тура бәйләнеш булдырабыҙ. Квалификациялы кадрҙар әҙерләүгә ҙур иғтибар бирәбеҙ. Федераль коллегаларыбыҙға бер нәмәгә ҡарамаҫтан алға барыу мөмкинлеге биргән һөҙөмтәле сәйәсәт өсөн айырым рәхмәт. Бөгөн беҙ технологик суверенитеттың яңы милли проекттарында әүҙем ҡатнашырға әҙербеҙ. Бөтә ил мәнфәғәтенә эшләүҙе дауам итәбеҙ", - тип яҙған Радий Хәбиров.