+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
12 Июль , 09:55

Сит илдәргә ауыл хужалығы тауарҙарын оҙатыу артҡан

Әзербайжанға, Ҡаҙағстанға һәм Ҡырғыҙстанға 6,4 мең тоннанан ашыу  бойҙай оҙатылған. #Национальныепроектырегпроекты#нацпроектыБашкортостана

Сит илдәргә ауыл хужалығы тауарҙарын оҙатыу артҡан
Сит илдәргә ауыл хужалығы тауарҙарын оҙатыу артҡан

Әзербайжанға, Ҡаҙағстанға һәм Ҡырғыҙстанға 6,4 мең тоннанан ашыу  бойҙай оҙатылған. Сит илдәргә оҙатылған игенде Мәләүез, Стәрлетамаҡ, Туймазы һәм Хәйбулла райондары игенселәре үҫтергән. Иген продукцияһының өлгөләре Россельхознадзор ҡарамағындағы Башҡортостан һынау лабораторияһында тикшерелгән, бойҙай һатып алған илдәрҙең фитосанитар хәүефһеҙлеге талаптарына тап килә.

Башҡортостан агросәнәғәт комплексы продукцияһын донъяның 44 иленә оҙата. 2023 йылда 327 миллион долларға 730 мең тонна продукция оҙатылған. Былтыр иген һәм майлы культуралар 254,4 мең тонна күләмендә оҙатылған, уларҙың яртыһынан күберәге (133,7 мең тонна) ­– бойҙай. Иген культураһын нигеҙҙә Ҡаҙағстанһәм Тунистан һатып алалар. Рәсәй иҡтисады структураһында ауыл хужалығы продукцияһы экспортының өлөшөн арттырыу “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектының төп маҡсаттарының береһе .

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: