2024 йылдың тәүге ярты йыллығында Нефтекамала «НЕФАЗ» предприятиеһының тейәп оҙатылған продукция һәм хеҙмәттәр күләме 20,3 миллиард һум тәшкил иткән, үҫеш темпы — 35 процент. Завод «КАМАЗ» йәмғиәте предприятиелары төркөмөнә ҡарай, Рәсәйҙә КАМАЗ шассиҙарында махсус өҫкө ҡоролмалар етештереү буйынса иң ҙур предприятие булып иҫәпләнә.
Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре — пассажир һәм вахта автобустары, троллейбустар, электробустар, прицептар һәм ярым прицептар, запас частар етештереү.
Предприятиела быйыл өс инвестиция проекты тормошҡа ашырыла. Был 2,25 миллиард һумлыҡ инвестициялар күләме менән КАМАЗ-дың яңы моделдәре өсөн самосвал ҡулайламаларын сығарыу буйынса производство ҡеүәтен булдырыу, автобус етештереү ҡеүәтен йылына 3 мең берәмеккә тиклем арттырыу (инвестиция күләме — 3,4 миллиард һум). Проекттарҙа производствоның технологик процестарын автоматлаштырыу һәм роботлаштырыу, шулай уҡ ҡорамалдарҙы модернизациялау ҡаралған.
«НЕФАЗ» пассажир транспортын тикшереү өсөн майҙансыҡ, троллейбустарҙы һынау өсөн контакт селтәре төҙөй, инвестициялар күләме — 224,8 миллион һум. Предприятиеның генераль директоры Евгений Корепанов билдәләүенсә, 2024 йылдың ғинуар–июнь айҙарында инвестициялар күләме 313,8 миллион һум тәшкил иткән.
2024 йылда «НЕФАЗ» йәмғиәтенең бизнес-планы 2,3 мең берәмек пассажир техникаһы (автобустар, электр транспорты), 7,1 меңдән ашыу берәмек махсус өҫкө ҡоролма (самосвал ҡулайламалары, вахта автомобилдәре) һәм 1,8 мең берәмек тағылмалы техника сығарыуҙы күҙ уңында тота.