1 июлдә льготалы ипотека программаһы тамамланыр алдынан Башҡортостанда йәшәүселәр дәүләт ярҙамынан файҙаланып ҡалырға тырышҡан.
Июнь йомғаҡтары буйынса Башҡортостан ипотека кредитлауының максималь күләме буйынса тәүге 5 төбәк иҫәбенә инде. Унан алдараҡ — Мәскәү, Мәскәү өлкәһе һәм Санкт-Петербург, бишенсе урында — күрше Татарстан.
Июндә республикабыҙ халҡы 30,79 миллиард һумға 7,09 мең ипотека килешеүе төҙөгән. Ипотека займының уртаса чегы 4,35 миллион һум булһа, ә түләүҙең уртаса ваҡыты — 25 йыл һәм 5 ай.
Был иһә май айы менән сағыштырғанда ла ҙур үҫеш, ул саҡта республикала 20,9 миллиард һумға 5,18 мең ипотека бирелгән. Уртаса чек — 4,04 миллион һум, уртаса ваҡыты — 24 йыл да 6 ай.
Быйыл икенсе кварталда торлаҡ һатып алыу өсөн кредиттың тулы хаҡы (процент ставкаһы плюс страховка һәм башҡа хеҙмәттәр) 8,83 — 10,07% тирәһе.
Хәҙер ипотека ставкаһы — 20%, ә һатып алыусылар икенсел баҙарға иғтибарын йүнәлтә.