Россельхознадзор ҡарамағындағы Башҡортостан һынау лабораторияһында һайлап алынған продукция өлгөләре энтомологик, гербологик һәм микологик экспертизалар үткән.
«Тикшеренеүҙәр һөҙөмтәләренә таянып, бер ниндәй ҙә хәүефле карантин организмдары асыҡланманы. Һоло импортлаусы ил талаптарына яуап бирә», — тип билдәләне Россельхознадзор вәкиле.
«Башинформ» хәбәр итеүенсә, Мәләүез районындағы ауыл хужалығы предприятиеһы Ҡаҙағстанға 605,6 тонна арпа оҙатҡан.
Сит илдәргә ауыл хужалығы тауарҙарын экспортлау «Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт» милли проекты нигеҙендә тормошҡа ашырыла. Уның маҡсаты – 2030 йылға тиклем сеймалға ҡарамаған энергетик булмаған тауарҙарҙы экспортлауҙы 70 процентҡа арттырыу.