Иҡтисад
20 Август 2024, 12:05

Эшҡыуарҙарға ярҙам күрһәтелә

Башҡортостандың “Минең бизнесым” үҙәге бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары продукцияһын сертификациялауҙың Милли системаһы сиктәрендә тикшеренеүҙәр үткәреү буйынса комплекслы хеҙмәт күрһәтеүгә ғаризалар ҡабул итә башланы.

Эшҡыуарҙарға ярҙам күрһәтеләЭшҡыуарҙарға ярҙам күрһәтелә
Эшҡыуарҙарға ярҙам күрһәтелә

Был ярҙам сараһы “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам” милли проекты сиктәрендә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары тарафынан 10 процент берлектә финанслау шарттарында тормошҡа ашырыла.

Уның сиктәрендә Башҡортостан Республикаһы территорияһында теркәлгән һәм эшләгән, шулай уҡ сәнәғәт һәм ауыл хужалығы производствоһы, инновацион продукция эшләү һәм индереү өлкәһендә эшмәкәрлек алып барған бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына ярҙам күрһәтелә.

– Продукцияны ирекле сертификациялау – етештереүселәргә продукцияның юғары сифатын раҫларға мөмкинлек биргән талап ителгән ярҙам сараларының береһе. Ике йыл эсендә бындай хеҙмәтте 40-ҡа яҡын эшҡыуар алды. Ағымдағы йыл аҙағына тиклем ошо ярҙам менән йәнә 120-гә яҡын бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты файҙалана аласаҡ, – тип билдәләне БР эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко.

Ғариза биреү өсөн эшҡыуарҙар ошо һылтанма буйынса теркәлгән булырға тейеш.

Билдәле булыуынса, "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам" (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Фото: sterlibashevskierodniki.ru

Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите сайтынан. https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2024-08-18/esh-yuar-ar-a-yar-am-k-r-tel-3890210

Автор:
Читайте нас