Иҡтисад
22 Август 2024, 03:35

Владимир Путин Красногорск ҡалаһында Рошаль исемендәге балалар медицина үҙәген асыуҙа ҡатнашҡан

Дәүләт Башлығын президент хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Максим Орешкин, Һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко, Мәскәү өлкәһе губернаторы Андрей Воробьев,  балалар хирургияһы ғилми-тикшеренеү институты президенты Леонид Рошаль оҙатып йөрөгән.  #Владимир Путин

Владимир Путин Красногорск ҡалаһында Рошаль исемендәге балалар медицина үҙәген асыуҙа ҡатнашҡанВладимир Путин Красногорск ҡалаһында Рошаль исемендәге балалар медицина үҙәген асыуҙа ҡатнашҡан
Владимир Путин Красногорск ҡалаһында Рошаль исемендәге балалар медицина үҙәген асыуҙа ҡатнашҡан

Владимир Путин 2019 йылдың февралендә балалар медицина үҙәген төҙөү идеяһын хуплай. Төҙөлөш «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.

      Рошаль исемендәге балалар клиника үҙәге Мәскәү өлкәһенең һаулыҡ һаҡлау буйынса флагман проекты. Клиника Мәскәү өлкәһенең бөтә балалар учреждениелары координаторы буласаҡ. Уның составында 461 койкаға иҫәпләнгән 16 стационар бүлексә, 23 операция бүлмәһе, 48 койкаға иҫәпләнгән дүрт реанимация бүлексәһе, шул иҫәптән яңы тыуған сабыйҙар өсөн реанимация бүлеге бар. Бинаның ҡыйығында санитар авиация өсөн вертолет майҙансығы урынлашҡан.

Үҙәктә 1,6 меңдән ашыу белгес эшләйәсәк. Йыл һайын бында 15 меңгә яҡын бала стационар дауалана ала, тағы ла 150 мең пациент тикшереү үтеүе һәм консультация алыуы мөмкин.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас