Башҡортостанда “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты тормошҡа ашырыла. Уның төп маҡсаттарының береһе булып бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын, шул иҫәптән ауыл хужалығы тармағын үҫтереү тора.
Башҡортостан Республикаһы йылҡысылары биш йылда (2019 йылдан 2023 йылға тиклем) 300 миллион һумдан ашыу грант отто. “Агростартап”, “Ғаилә фермаһы” һәм ”Агротуризм” федераль грант программаларында әүҙем ҡатнашыу һөҙөмтәһендә йылҡысылыҡты үҫтергән 76 ауыл эшҡыуары дәүләт ярҙамына лайыҡ булды.
– Бөгөн Башҡортостан йылҡысыларына ауыл хужалығы өсөн ҡаралған бар ярҙам саралары ла тиерлек асыҡ. Был – льготалы кредиттар, техникаға, игенгә, һөткә һәм гранттарға субсидиялар, – тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.
Федераль һәм республика программалары, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ярҙамы менән төбәктең агросәнәғәт секторында эшҡыуарлыҡ әүҙем үҫешә.
2019-2023 йылдарҙа Башҡортостандың агросәнәғәт комплексына бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттарын үҫтереүгә дөйөм суммаһы 3 миллиард 312 миллион һумлыҡ дәүләт ярҙамы йүнәлтелде. 552 эш урыны булдырылған. Ағымдағы йылда ошо маҡсатҡа 422 миллион һумдан ашыу аҡса бүлеү ҡаралған, 100 эш урыны булдырыу күҙаллана.
Башҡортостан аттар һаны (128 мең баш) буйынса илдә икенсе урынды биләй, ҡымыҙ етештереү буйынса лидер булып тора. Һәм был тенденция 15 йыл дауамында һаҡлана.
Билдәле булыуынса, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.
Фото: Ауыл хужалығы министрлығы.