«Технотекс» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең башҡарма директоры Марат Фазлыев майҙансыҡты ҡараған саҡта предприятиеның илебеҙҙең эре компаниялары менән уңышлы хеҙмәттәшлек итеүе хаҡында һөйләне. Улар иҫәбендә - "Газпром», «Роснефть», "Лукойл". 25 йыл эшләү дәүерендә «Технотекс» коллективы төрлө форматтағы меңдән ашыу проектты тормошҡа ашыра. Предприятиела юғары һорау менән ҡулланылған продукция етештереүҙе арттырырға планлаштыра. Бының өсөн киләсәктә яңы производство корпусын төҙөү мөмкинлеген ҡарайҙар.
Компания майҙансығында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров металл конструкциялар эшләү, технологик үткәргес торбалар йыйыу, шулай уҡ ҡорамалдарҙы комплектлау һәм төрөү буйынса бер нисә участкала булды. Төбәк етәксеһе предприятие мөмкинлектәре һәм сығарылған продукция өлгөләре менән танышты, шулай уҡ хеҙмәт коллективы вәкилдәре менән аралашты.