Ҡытай Халыҡ Республикаһынан фән һәм бизнес вәкилдәре Өфөнөң 450 йыллығына арналған сараларҙа һәм эшлекле бәйләнештәр булдырыу өсөн осрашыуҙарҙа ҡатнашты.
29 августа Башҡортостан Республикаһының Ауыл хужалығы министрлығында Ҡытай делегацияһы вәкилдәре ведомство етәкселеге һәм ауыл хужалығы етештереүселәре менән осрашты.
Сараны республиканың ауыл хужалығы министры урынбаҫары Фәүзәт Ханнанов алып барҙы, ул Ҡытай яғын Башҡортостандың агросәнәғәт комплексы менән таныштырҙы, төбәктең экспорт ҡеүәте менән таныштырҙы, республиканың агросәнәғәт комплексы тауарын донъяның 44 иленә оҙатыуын билдәләне.
Былтыр республика 328 миллион долларға торошло, рекордлы, 730 мең тонна тауарҙы экспортҡа сығарған.
Осрашыуҙа төбәктәге инвестиция эшмәкәрлегенә һәм инвесторҙарға дәүләт ярҙамы сараларына айырыуса иғтибар бүленде.
“Kaisheng Trading Group” компанияһы етәксеһе Чжу Юн (компания Ҡытайға етен, тары ярмаһы, ҡарабойҙай импортҡа сығара) хеҙмәттәшлек, атап әйткәндә, ҡайһы бер тауарҙы һатыу күләмен арттырыу, шулай уҡ республика биләмәһендә ауыл хужалығы тауарын һаҡлау өсөн элеватор төҙөү буйынса тәҡдимдәр менән уртаҡлашты.
Һуңынан Ҡытай Халыҡ Республикаһынан ҡунаҡтар Башҡорт дәүләт аграр университетында, Ҡытай менән хеҙмәттәшлек итеү тәжрибәһе булған Шишмә май экстракцияһы заводында булды. Артабан делегация Бүздәк, Стәрлетамаҡ райондарындағы тағы бер нисә ҙур ауыл хужалығы объекттарына барҙы.