+1 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
27 Сентябрь , 06:35

Экспортты үҫтереү мәсьәләһе ҡаралды

Президент Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Советы Президиумының «экспортты үҫтереү тураһында»мәсьәләһе буйынса киңәйтелгән ултырышын үткәрҙе. #ВладимирПутин  

Экспортты үҫтереү мәсьәләһе ҡаралды
Экспортты үҫтереү мәсьәләһе ҡаралды

“Рәсәй бизнесы кисергән объектив ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, беҙ тышҡы эшлекле бәйләнештәрҙе үҫтерәбеҙ, уларҙың географияһын киңәйтәбеҙ, алдан күҙаллана торған, ышаныслы партнерҙар менән хеҙмәттәшлекте нығытабыҙ", - тип белдерҙе В. Путин, осрашыуҙы асып. Ул, был илдәр, Рәсәй кеүек үк, үҙҙәренең милли мәнфәғәттәрен аңлай, үҙ-ара файҙалы сауҙа, етештереү, кооперация бәйләнештәрен ҡәҙерләй, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Стратегик сеймал экспортын сикләү иҡтисад өсөн ниндәй яңы мөмкинлектәр аса.  Шуныһы мөһим, хәҙер донъя сауҙаһы һәм, дөйөм алғанда, глобаль иҡтисад әүҙем үҙгәрә, яңы мөнәсәбәттәр системаһы төҙөлә, унда Глобаль Көньяҡ тип аталған дәүләттәр, БРИКС кеүек перспективалы интеграцион берләшмәләрҙә ҡатнашыусылар, алдынғы ролдәргә сыға. Мәҫәлән, Путин һүҙҙәренсә, хәҙер ҮК БРИКС илдәренең донъя иҡтисадына индергән өлөшө “Большая семерка”нан артығыраҡ һәм үҫеүен дауам итә. Президент аныҡ статистика килтерҙе һәм был һандарға үҙе ҡыҙыҡһынып ҡарауын белдерҙе. Уның һүҙҙәренсә, “Большая семерка" 1992 йылда донъяның тулайым эске продуктының 45,5 процентын етештерә. Ә 2022 йылда - 30,5 процент, ә 2028 йылда 27,9 процент булыуы фаразлана.

Шул уҡ ваҡытта БРИКС-та кире тенденция күҙәтелә. Мәҫәлән, 1992 йылда ойошманың донъя тулайым эске продуктында өлөшө 16,7 процент тәшкил итһә, ә 2022 йылда - 31,4 процент (был ойошманың яңы ағзаларын иҫәпкә алмағанда), ә 2028 йылға фараз - 33,8 процент.

 "Һәм тенденция шундай, ул һаҡлана, ул бер ҡайҙа ла китмәй", - ти Путин. Былар барыһы ла киләсәктә ысын баҙарҙар булдырыуҙы аңлата. Был тенденцияларҙы аңлау, Рәсәй бизнесы һәм Ватан предприятиелары алдында асылған өҫтөнлөктәр, экспорт мөмкинлектәренән файҙаланыу мөһим. Путин уларға бөтә кимәлдә ярҙам итергә саҡырҙы. Быйыл экспортҡа булышлыҡ итеү буйынса алты йыллыҡ милли проект тамамлана, тип иҫкә төшөрҙө Президент. Ул уны оҙайтырға ҡарар ителгәнен хәбәр итте.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: