+1 °С
Ясна
Был хаҡта Рәсәй премьер-министры Михаил Мишустин иғлан итте.
«Шул рәүешле 4 миллион самаһы хеҙмәткәрҙең эш хаҡы күтәрелергә тейеш», — тине Михаил Мишустин.
«Ә 2030 йылға уны 35 мең һумға еткереү маҡсаты тора», — тип билдәләне хөкүмәт рәйесе министрҙар кабинеты ултырышында.
Сентябрь башында илдең хеҙмәт министры Антон Котяков хәбәр иткәнсә, 1 октябргә тиклем Дәүләт Думаһына минималь эш хаҡы күләмен 22,4 мең һумғаса арттырыу тураһында закон проектын индерелә.
Эш хаҡын арттырыу “Кадрҙар” милил проекты үтәлешенә булышлыҡ итәсәк.