Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы комиссияһы йомғаҡтары буйынса 2025 йылда республикабыҙҙан 4 фермерға «Агротуризм» программаһы буйынса федераль гранттар тапшырыласаҡ.
Борай районынан фермер Русалина Шакированың «Шәп урын», Шишмә районынан фермер хужалығы етәксеһе Дамир Иҙиәтуллиндың «Йола – башҡорт традициялары», Ғафуриҙан фермер Линар Сөләймәновтың «Башҡортостан төпкөлөнән», Баймаҡтан фермер Айбулат Раҡаевтың «Ҡәнифә юлы» проекттары грантҡа эйә булған.
2022 йылда беҙҙең райондан Фермер Айтуған Фәттәхов «Агротуризм» программаһы буйынса 7,5 миллион һум күләмендә грант алды. Был аҡсаға һәм үҙенең 2,5 миллион һумына Фәттәхов Айғырбатҡан утарындағы базаһында турситар өсөн һәйбәт шарт тар булдырҙы, унда ял йорттары һалынды, ял итеүселәр һыбай йөрөй, ҡымыҙ менән дауалана һ.б. Шулай уҡ ял базаһы биләмәһендә төҙөлгән ресторан ҡунаҡтарҙы ҡабул итә лә инде.
Дөйөм алғанда, республика вәкилдәре 36,7 миллион һум отҡан. 2023 йылда был сумма 22,7 миллион һум тәшкил иткән, ул ваҡытта ла дүрт проект еңеү яулаған. Грант конкурсының шарттарына ярашлы, унда ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәр – микро- һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттары (шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙан тыш) ҡатнаша ала. Гранттың суммаһы – 3-10 миллион һум, ул фермерҙың үҙ проекты өсөн тотонорға йыйынған аҡса күләменә бәйле.