-1 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
11 Октябрь , 07:15

Башҡортостанда 850 миллион һумға агроҡаласыҡ төҙөләсәк

Башҡортостандың Шишмә районы Еремей ауылында «Агроауыл» туристик кластерын төҙөү планлаштырыла. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Башҡортостанда 850 миллион һумға агроҡаласыҡ төҙөләсәк
Башҡортостанда 850 миллион һумға агроҡаласыҡ төҙөләсәк

Инвестор«Агроауыл» туристик кластерының  макетын Мәскәүҙә «Алтын көҙ-2024» агросәнәғәт күргәҙмәһендә республика стендында тәҡдим итте. Проектты тормошҡа ашырыу тураһында республика хөкүмәте Петербург иҡтисади форумы сиктәрендә “Таврос» компаниялар төркөмө менән килешеү төҙөнө. Уның хаҡы 850 миллион һумға баһалана, был федераль, төбәк, урындағы бюджеттарҙың һәм инвесторҙың дөйөм аҡсаһы.

 Башҡортостан ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, беренсе этап сиктәрендә уртаса майҙаны 72 квадрат метрлыҡ 100 шәхси йорт, шулай уҡ инженер селтәрҙәре – газ үткәргес һалыу, электр менән тәьмин итеү, юлдар һәм тротуарҙар төҙөү планлаштырыла. “Агроауыл” проекты «Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү»дәүләт программаһы сиктәрендә тормошҡа ашырыласаҡ. Был “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проекты үтәлшенә ҙур өлөш индерәсәк проект.

Сығанаҡ:"Башинформ".

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: