0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
11 Октябрь , 06:30

Маҡсат– 2030 йылға экспортты 651,2 миллион долларға тиклем арттырыу

Башҡортостан аграрийҙары үҙ продукцияһын донъяның 44 иленә оҙата. Республикала агросәнәғәт комплексы продукцияһы экспортын үҫтереү буйынса эш «Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт»милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә алып барыла. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Маҡсат– 2030 йылға экспортты 651,2 миллион долларға тиклем арттырыу
Маҡсат– 2030 йылға экспортты 651,2 миллион долларға тиклем арттырыу

Мәскәүҙә "Алтын көҙ” 26-сы рәсәй агросәнәғәт күргәҙмәһе бара. Форум сиктәрендә «Агроэкспорт» федераль үҙәге «Рәсәй төбәктәренең ауыл хужалығы продукцияһын экспортлау» панель дискуссияһын ойошторҙо, унда федераль һәм төбәк власть органдары, финанс секторы һәм тармаҡ берләшмәһе вәкилдәре ауыл хужалығы продукцияһы экспортын үҫтереүҙең перспективалы ысулдарын һәм практикаларын тикшерҙе. Дискуссия барышында БР хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Илшат Фәзрахманов сараның төп спикерҙарының береһе булған.

 Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, сентябрь аҙағына республика 218 миллион долларға 450 мең тоннанан ашыу агросәнәғәт комплексы продукцияһын экспортҡа оҙатҡан. 2023 йылда төбәк ауыл хужалығы продукцияһы экспорты күләме уҙған йыл менән сағыштырғанда 12 процентҡа артҡан, республиканан 328 миллион долларға 730 мең тоннанан ашыу агропродукция оҙатылған.

–Башҡортостан аграрийҙары үҙ продукцияһын донъяның 44 иленә оҙата. Төп импортлаусы илдәр араһында Һиндостан (38,5%), Иран (15%), Ҡаҙағстан (13%) Һәм Латвия (9,2%) бар. Беҙҙең маҡсат -  2030 йылға экспортты 651,2 миллион долларға тиклем арттырыу, йәғни 2021 йылдағынан ике тапҡырға, – тине ул.

 Башҡортостан «Алтын көҙ – 2024» күргәҙмәһендә төбәк продукттары һәм милли брендтар, шул иҫәптән башҡорт балы, Бәләбәй сырҙары, йылҡы ите, һыйыр ите деликатестары менән ҙур стенд тәҡдим итә. Бынан тыш, бында тере бал ҡорттары менән ысын солоҡ һәм үтә күренмәле «Алтын солоҡ»умартаһы урынлашҡан.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: