9 октябргә сөгөлдөр үҫтергән 19 райондың хужалыҡтары 37,2 мең гектар майҙанда был культура ҡаҙып алған, был бөтә республикала үҫтерелгән был культураның 65 проценты тиерлек. Тамыраҙыҡтың тулайым йыйымы 1 миллион 712 мең тонна тәшкил итә. Уртаса уңыш гектарынан 459 центнерға тиклем тәшкил итә.
Башҡортостандың шәкәр заводтары 265 мең тонна сөгөлдөр эшкәрткән, 34,7 мең тоннанан ашыу шәкәр етештергән.
Татлы тамыраҙыҡтан алынғанп родукт илебеҙҙең төрлө төбәктәренә оҙатыла, шуның менән был “Ауыл хужалығы кооперацияһы һәм экспорт” милли проекты үтәлешенә лә булышлыҡ итә.