”Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” сиктәрендә был сараны Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы, Туризмды үҫтереү үҙәге ойоштора.
Форумдың программаһына ярашлы пленар ултырыш, "түңәрәк өҫтәл"дәр үткәреү, уларҙа этнотурҙарҙы һәм этнографик йүнәлештәге ваҡығалы сараларҙы ойоштороу, халыҡ сәнғәте кәсептәрен, этнотуризм нигеҙҙәре буларак, милли аш-һыуҙы үҫтереү мәсьәләләре ҡараласаҡ.
Форумда шулай уҡ «Ел маршруты» тип аталған Бөтә Рәсәй туристлыҡ премияһы финалы буласаҡ. Ҡатнашыусылар тәҗрибә уртаҡлаша, перспективалар тураһында фекер алыша, шулай уҡ, быр өлкәлә уңышлы хеҙмәттәшлек өсөн яңы партнерҙар таба аласаҡ.
Фото: БР Хөкүмәте сайтынан.