-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
1 Ноябрь , 09:45

1 ғинуарҙан МРОТ - 25 806 һум!

Киләһе йылдың 1 ғинуарынан МРОТ 25 806 һум була (НДФЛ тотолғансы). #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

1 ғинуарҙан МРОТ - 25 806 һум!
1 ғинуарҙан МРОТ - 25 806 һум!

Дәүләт хеҙмәт инспекцияһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүенсә, бындай сумма республикала билдәләнгән 15процент район коэффициенты менән бергә иҫәпләнә.

Рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында 2024 йылдың 29 октябрендәге федераль закон баҫылған. Уға ярашлы, 2025 йылдың 1 ғинуарынан хеҙмәткә түләүҙең минималь күләме арта. Рәсәйҙә ул айына 22 440 һумғаса күтәрелде.

- Рәсәй Федерацияһы Хеҙмәт кодексының 133-сө статьяһында яҙылғанса, хеҙмәт хаҡы МРОТ кимәленән кәм булмаҫҡа тейеш, – тип билдәләне дәүләт хеҙмәт инспекцияһы етәксеһе урынбаҫары Оксана Ванскова. – 2024 йылда республикала был сумма – 22 128 һум (НДФЛ менән бергә), сөнки район коэффициенты минималь эш хаҡы күләменә өҫтәп иҫәпләнә.

Бындай үҙгәрештәр “Кадрҙар” милли проекты үтәлешенә лә булышлыҡ итә.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: