-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
5 Ноябрь , 17:15

«А- нан Я-ға тиклем»

Төбәктә «А- нан Я-ға тиклем» бизнес-турында ике мең эшҡыуар ҡатнашты

«А- нан Я-ға тиклем»
«А- нан Я-ға тиклем»

«А-нан Я-ға тиклем» бизнес-туры республиканың биш территориаль зонаһында үтте һәм 55 муниципалитетты үҙ эсенә алды, тип хәбәр итә Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте. Ул “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") милли проекты сиктәрендә ойошторолған.

- Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү - хөкүмәт өсөн өҫтөнлөклө йүнәлеш. Бындай осрашыуҙар власть менән бизнес араһында асыҡ һәм конструктив диалог булыуын күрһәтә. «Бизнес-тур «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү» милли проекты сиктәрендә ойошторолған, - тип билдәләне эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры вазифаһын башҡарыусы Зөһрә Гордиенко.

Һуңғы сарала фекер алышыу барышында бизнесҡа ярҙам министрлыҡтары һәм структуралары вәкилдәре ҡатнашыусыларға дәүләт ярҙамы саралары тураһында һөйләне. Эшҡыуарҙар һорауҙар бирә һәм тиҙ арала яуап ала алды.

Бизнес-берләшмә өсөн консультация һәм муниципаль-ара кооперация зоналары, эшҡыуарҙар продукцияһы күргәҙмәһе лә эшләне. Презентациялар зонаһында һәр кем үҙе тураһында һөйләй һәм үҙ бизнесын иғлан итә алды. Шулай уҡ «Идара итеү ярыштары» һәм «Юл яны инфраструктураһының типовой объекттары буйынса архитектура ҡарарҙары» оҫталыҡ кластары ойошторолдо.

- Сараның үҙенсәлеге унда ҡатнашыусыларға бизнесҡа дәүләт ярҙамы саралары тураһында күберәк белеү, аң даирәһен киңәйтеү һәм үҙ эшеңде үҫтереү мөмкинлектәре тураһында яңы белем алыу мөмкинлеге бирә. Шулай уҡ был эшлекле бәйләнештәр булдырыу һәм яңы партнерҙар табыу мөмкинлеге лә, - тип билдәләне Башҡортостан Бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм уға ярҙам фондының генераль директоры Элиана Сәйетова.

Был сараларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы булдырылған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") милли проектына ярашлы атҡарыла.

Фото: БР Хөкүмәте сайтынан.

Сығанаҡ: https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2024-11-02/t-b-kt-a-nan-ya-a-tiklem-biznes-turynda-ike-me-esh-yuar-atnashty-3993562

Автор:
Читайте нас: