Республиканың дөйөм сауҙа әйләнеше күләмендә экспорт күпкә өҫтөнлөк итә — уның өлөшөнә 70,4 процент тура килә. Шул уҡ ваҡытта дөйөм экспорт күләменең яртыһы сеймал булмаған тауарҙарға тура килә. Уҙған йыл йомғаҡтары буйынса 100-ҙән ашыу сит ил Башҡортостандың партнерҙары булды.
"Республиканың тәүге 10 контрагенты иҫәбенә Ҡытай, Төркиә, Ҡаҙағстан, Һиндостан, Белоруссия, Үзбәкстан, Тунис, Бразилия, Гана һәм Ҡырғыҙстан инә. 2024 йылда был илдәр менән экспорт Башҡортостан Республикаһының дөйөм экспорт күләменең 77,6 процентын тәшкил итте», — тип билдәләне республиканың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры вазифаһын башҡарыусы Маргарита Болычева.
«Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт» милли проекты яңы иҡтисади бәйләнештәр булдырыуға һәм Рәсәй тауарҙары экспортын үҫтереүгә йүнәлтелгән. Милли проект РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2019 йылдан тормошҡа ашырыла.