Мәскәүҙә XVIII «Рәсәй транспорты» халыҡ-ара форумы һәм күргәҙмәһе башланды. Уны йыл һайын Рәсәйҙең Транспорт министрлығы үткәрә. Форум эшендә Радий Хәбиров етәкселегендәге республика делегацияһы ла ҡатнаша. Башҡортостан стендында ул федераль ведомстволар һәм юл компаниялары етәкселәре менән осрашыуҙар уҙғарырға әҙерләнә.
Форумда 300-ҙән ашыу эксперт ҡатнашлығында 30-ҙан ашыу эшлекле сара планлаштырыла. Бында йыл да 4 меңгә яҡын ҡатнашыусы килә, ә күргәҙмәне 10 меңдән ашыу кеше ҡарай.
Быйыл иһә төп тема — «Һөҙөмтәле транспорт системаһы. Төп элементтар». Власть вәкилдәре һәм тармаҡ лидерҙары киҫкен проблемаларҙы һәм яңы проекттарҙы, шул иҫәптән Рәсәй президентының илдең транспорт инфраструктураһы киләсәген билдәләргә тейешле һуңғы башланғыстары тураһында фекер алышырға йыйыла.
Төп темалар араһында — илдә тиҙлекле хәрәкәтте үҫтереү моделе, транспорт хеҙмәттәренең хәүефһеҙлеген арттырыу, Рәсәй транспортының технологик суверенитетын нығытыу механизмдары.
«Рәсәй транспорты» күргәҙмәһе 3,9 мең квадрат метр майҙанды биләй, унда алдынғы транспорт компаниялары араһынан 125 экспонент үҙ проекттарын тәҡдим итә. Төп урында өҫтөнлөклө проекттарҙың берләштерелгән стенды тора.
Башҡортостан был форумда транспорт инфраструктураһы өлкәһендәге ҡаҙаныштары һәм инновацион проекттары менән таныштыра.