Форум йәш лидерҙарҙың «Рәсәйҙә һәм Ҡаҙағстанда йәштәр эшҡыуарлығы: тәжрибә уртаҡлашыу һәм партнерлыҡ перспективалары» пленар ултырышынан башланды, унда Рәсәй һәм Ҡаҙағстан төбәктәренән 130-ҙан ашыу вәкил ҡатнашты.
Сараны асып, Радий Хәбиров, башҡорттар менән ҡаҙаҡтар – күсмә ҡәбиләләрҙән сыҡҡан бер этнос, уларҙы күп быуатлыҡ йолалар, мәҙәниәт, тел берләштерә, тине.
Республикабыҙ етәксеһе белдереүенсә, Ҡаҙағстан Башҡортостандың төп партнерҙарының береһе, улар сауҙа һәм иҡтисадтан башлап спортҡа, туризмға тиклем күп өлкәләрҙә хеҙмәттәшлек итә. Бына ете йыл инде Өфө менән Астана туғандаш ҡалалар һанала. Тауар әйләнеше үҫә. Бөгөн яңы уртаҡ проекттар барлыҡҡа килә. Былар хаҡында һөйләп, Радий Хәбиров йәштәр ошо процестың этәргес көсө булып китеренә, ике халыҡ араһындағы дуҫлыҡ һәм эш мөнәсәбәттәрен артабан нығытырына ышаныс белдерҙе.
Рәсәй иҡтисади үҫеш министры урынбаҫары Дмитрий Вольвач билдәләүенсә, йәш эшҡыуарҙар бизнесты күтәреүҙә төп урынды биләй; Ҡаҙағстан менән уртаҡ эштәр алып барып, Рәсәй йүнселдәре глобаль баҙарҙарға сығыр алдынан көстәрен һынай.
Ҡаҙағстандың сауҙа һәм интеграция министры урынбаҫары Ҡайрат Торебаев, әлеге сараға биш тиҫтә самаһы предприятие етәксеһе һәм эре эшҡыуар килеүен хәбәр итеп, ике илдең сик буйы төбәктәре араһында тауар әйләнешенең дөйөм күләмдә ни бары 10% биләүен белдерҙе.
Форум ике көн барасаҡ. Унда ҡарала торған төп темалар – сауҙа-иҡтисади мөмкинлектәрҙе тормошҡа ашырыу, төбәк-ара бәйләнештәрҙе һәм ике илдең сәнәғәт кооперацияһын үҫтереү.
Форум йомғаҡтарына ярашлы, яҡтар төбәк-ара һәм сик буйы хеҙмәттәшлеге программаһына ҡул ҡуясаҡ. Программаға 12 тармаҡта 140 сара инере көтөлә.
Сығанаҡ: Республика Башкортостан гәзите.