-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
26 Ноябрь , 17:00

Шәкәр заводтары экспортты арттырҙы

Республика аграрийҙары быйыл үҫтерелгән һәм эшкәртелгән продукцияны тышҡы баҙарға оҙатыуҙы арттырҙы, тип хәбәр итә Россельхознадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәте.

Шәкәр заводтары экспортты арттырҙы
Шәкәр заводтары экспортты арттырҙы

Башҡортостандың агросәнәғәт комплексы экспортҡа һөт ризыҡтары, орлоҡтар, мал аҙығы һәм башҡаларҙы һата. Йыл башынан Сербияға дүрт партия ҡаты сыр оҙатылған, һөт ризыҡтарының дөйөм ауырлығы 76 тонна тәшкил иткән. Бәләбәйҙән Балҡанға сираттағы һөт комбинаты йөктө 13 ноябрҙә оҙатҡандар: 19 тонна “Гауда” сыры экспортланған. Шулай уҡ йыл башынан алып Ҡытайға Мәләүездән 93,14 тоннанан ашыу ҡоро һөт экспортҡа сығарылған. Ноябрь уртаһында ебәрелгән бишенсе партияға 19,34 тоннанан ашыу тауар ингән.

Башҡортостандың орлоҡсолоҡ хужалыҡтары Европа һәм Таможня союздары илдәренә экспортҡа 4537 тонна ҡуҙаҡлы иген һәм мал аҙығы культуралары орлоғон оҙатты, был 2023 йылдың ошо уҡ осорондағы күрһәткестәрҙән ике тапҡырға күберәк. БеларусьГермания, Ҡаҙағстан һәм Ҡырғыҙстанға 224 партия кәрешкә, ҡандала үләне, арышбаш, ҡысыҡһыҙ күстерә, люцерна, һоло, бойҙай, судан үләне, йылҡы борсағы, арпа орлоҡтары һатылған. Былтыр Россельхознадзор тарафынан Әрмәнстанға, Беларусҡа, Германияға, Ҡаҙағстанға һәм Ҡырғыҙстанға экспортланған дөйөм ауырлығы 2169,1 тонна сәсеү өсөн 109 партия кәрешкә, гәрсис, ҡандала үләне, люцерна, йылҡы борсағы, бойҙай, арпа орлоҡтары тикшерелде.

Үҙ сиратында Башҡортостандың шәкәр заводтары ла экспортты арттырҙы. Мәҫәлән, ноябрҙә Ҡытайға 3218 тонна гранулланған сөгөлдөр ҡамыры оҙатылдыЙыл башынан алып республиканан Еврова Советы илдәренә, Евразия иҡтисади союзына, Ҡытай Халыҡ Республикаһына ауыл хужалығы малдары һәм ҡош-ҡорт өсөн дөйөм күләме 119,33 мең тонна булған 2548 партия үҫемлек аҙығы һәм мал аҙығы өҫтәмәләре экспортланған.

Фото: 102.fsvps.gov.ru

Сығанаҡ: https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2024-11-26/bash-ortostandy-tanyy-ar-4023866

Автор:
Читайте нас: