-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
4 Декабрь , 09:50

Инвестпроекттарҙы тормошҡа ашырыу дауам итәсәк

Был турала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров "Тура бәйләнеш"тә  белдерҙе.  

Инвестпроекттарҙы тормошҡа ашырыу дауам итәсәк
Инвестпроекттарҙы тормошҡа ашырыу дауам итәсәк

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республикала инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу дауам итәсәген һыҙыҡ өҫтөнә алды.

"2024 йылдың 9 айы йомғаҡтары буйынса беҙ төбәккә инвестицияларҙың 25 процентҡа артыуын күрһәттек, был бик ҙур ҡаҙаныш. Бер нисә йыл элек башланған проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙы дауам итәсәкбеҙ. Хәҙер эшҡыуарҙарҙы Башҡортостанға инвестициялар һалырға өгөтләйбеҙ, сөнки махсус хәрби операция тамамланасаҡ, санкциялар юҡҡа сығасаҡ, төп ставкалар түбәнәйәсәк.  Хәл ыңғай яҡҡа үҙгәрәсәк, мин быға ысын күңелдән ышанам. Инвесторҙар ярҙамында ҡала һәм райондарҙы үҫтереү буйынса эш дауам итә, бөгөн күп мини-проекттар тормошҡа ашырыла", - тип белдерҙе Радий Хәбиров.

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас: