Халыҡ-ара бизнес аҙналығы барышында бер нисә мөһим килешеүгә ҡул ҡуйылды.
Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы менән "Четыре сезона-ЖСИ" яуаплығы сикләнгән йәмғиәте үҙ-ара килешеү төҙөнө. Был проект төбәктең туристик инфраструктураһын үҫтереүгә йүнәлтелгән һәм 10 миллиард һум күләмендә инвестицияларҙы күҙ уңында тота.
Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы менән «Лапландия-отдых» ЯСЙ-һы араһында 6,35 миллиард һумлыҡ инвестиция проектына ҡул ҡуйылды. Был проект шулай уҡ туристик тармаҡты үҫтереүгә, шул иҫәптән яңы ял объекттарын булдырыуға һәм туристик инфраструктураны яҡшыртыуға йүнәлтелгән.
Башҡортостан Республикаһы хөкүмәте менән «Башҡортостан бройлеры» ЯСЙ-һы араһында инвестиция килешеүе лә мөһим, ул 2,3 миллиард һумлыҡ инвестицияларҙы күҙ уңында тота. Проект ауыл хужалығын үҫтереүгә йүнәлтелгән.
Халыҡ-ара бизнес аҙналығында бөтәһе 22 миллиард һумлыҡ 12 килешеү төҙөлгән.