Башҡортостандың барлыҡ ҡала һәм райондарында үҙ эшеңде асыу мәсьәләләре буйынса Берҙәм консультациялар көнө үтәсәк. Осрашыуҙарға ғәмәлдәге эшҡыуарҙар ҙа, үҙ эшен башлап ебәрергә уйлаусылар ҙа саҡырыла. Эшҡыуарҙарға ярҙам көнөн республиканың мәшғүллек үҙәктәре үткәрә. Унда шулай уҡ республикала бизнесты үҫтереүгә булышлыҡ итеүсе башҡа профилле ойошмаларҙың вәкилдәре ҡатнашасаҡ. Шуны билдәләп үтәйек: мәшғүллеккә булышлыҡ итеү "Демография" милли проекты сиктәрендә граждандарҙың көнкүрешен яҡшыртыу буйынса милли маҡсаттарға өлгәшеүҙең төп аспекттарының береһе булып тора.
– Әлеге ваҡытта мәшғүллек хеҙмәте эшһеҙ граждандарға 165 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған финанс ярҙамы күрһәтә, йыл башынан алып уны 160 кеше алған да инде. Аҙ тәьмин ителгән граждандар социаль контракт төҙөп, үҙ эшен аса ала - түләү күләме бизнес-план менән билдәләнә һәм 350 мең һумға тиклем тәшкил итеүе мөмкин. Быйыл 1200-ҙән ашыу кеше социаль контракт төҙөнө. Бынан тыш, өҫтәмә һөнәри компетенциялар кәрәк булғанда яңы эш башлаған эшҡыуар 30 мең һумға тиклем курсты һайлап, бушлай уҡый ала, – тип һөйләне Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Ленара Иванова.
Фото: Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите.