Сибайҙан он тартыу предприятиеһы Төркмәнстанға 400 тоннанан ашыу бойҙай оно экспортлаған. Был хаҡта Россельхознадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығынан хәбәр иттеләр.
Предприятиеның фитосанитар документация биреү өсөн ғаризаһы буйынса күҙәтеү ведомствоһы хеҙмәткәрҙәре лаборатория тикшеренеүҙәренә он өлгөләрен һайлап алған.
“Һынау һөҙөмтәләре буйынса онда карантинлы зарарлы организмдар һәм икмәк һаҡламдарын ҡоротҡостары асыҡланмаған. Башҡортостан етештереүсеһе тауары һатып алған илдең талаптарына тулыһынса тап килә”, - тип билдәләнеләр "Россельхознадзор" ҙа.
2024 йылдың 10 айында Башҡортостан 18,3 мең тоннанан ашыу он һәм ярма экспортҡа сығарған. Был уҙған йылдың ғинуар-октябрь айҙарындағы күрһәткестәрҙән ике тапҡырға күберәк.
Башҡорт оно, көрпә һәм ярма оҙатылған илдәр араһында Азербайжан, Әрмәнстан, Бельгия, Германия, Грузия, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Төркмәнстан, Төркиә һәм Үзбәкстан бар.
Фото: 102.fsvps.gov.ru.
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите.