Тәжрибә уртаҡлашыу, тармаҡтағы проблемаларҙы һәм уларҙы хәл итеүҙең оптималь юлдарын бергәләп тикшереү маҡсатында сарала Рәсәйҙән һәм башҡа илдәрҙән умартасыларҙың ҡатнашыуы планлаштырыла. Сара сиктәрендә пленар-лекция бүлеге ойоштороласаҡ, түңәрәк өҫтәлдәр, умартасылар, белгестәр, ғалимдар менән фекер алышыуҙар үтәсәк. Сараның спикерҙары булып 10-дан ашыу илдән килгән умартасылар сығыш яһаясағы билдәле. Эшлекле осрашыуҙар планлаштырылған, уның барышында умартасылыҡты ойоштороуҙағы һәм ошо тармаҡҡа йүнәлтелгән бизнестың иң яҡшы тәжрибәләре менән танышырға мөмкин.
ApiGlobal 2025 Халыҡ-ара бал конкурсының төп маҡсаттары Булып Умартасылыҡ продукцияһының сифатын һәм Рәсәй Федерацияһы һәм башҡа илдәрҙең бал брендтарының конкурентлыҡ һәләтен күтәреү, иң яҡшы бал етештереүселәрҙе асыҡлау тора. Конкурс умартасыларға умарталыҡтарҙа етештерелгән балдың сифатын юғары класлы профессионалдар биргән баһа менән танышырға мөмкинлек бирә. Конкурс еңеүселәре һәм призерҙары үҙҙәренең продукцияһын маркировкалауҙа наградалар һүрәтен ҡулланыу хоҡуғына эйә буласаҡ.
Был сара “Халыҡ-ара кооперация экспорт” милли проекты үтәлешенә лә үҙ өлөлөшнө индерәсәк, сөнки сара скитәрендә сит илдәрҙән килгән вәкилдәр менән башҡорт балын һатыу буйынса килешеүҙәр ҙә төҙөлөү ҡаралған.