Иҡтисад
24 Ғинуар 2025, 06:10

Туризм үҫешә

2022 – 2024 йылдарҙа Башҡортостанда "Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы" милли проекты тормошҡа ашырылды. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Туризм үҫешәТуризм үҫешә
Туризм үҫешә

Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко белдереүенсә, туризм өлкәһендәге милли проект инфраструктураны үҫтереүгә булышлыҡ итеп кенә ҡалмай, ә төбәктең мәҙәни һәм тарихи мираҫын, шулай уҡ этнографик һәм гастрономик үҙенсәлектәрен сағылдырған уникаль туристик маршруттар булдыра. Был, үҙ сиратында, республиканы туристар өсөн тағы ла ылыҡтырғысыраҡ итеп, халыҡ һәм бизнес өсөн яңы мөмкинлектәр тыуҙыра, туризмды үҫештерә.

“Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ" милли проектына ярашлы 2025 йылға бүленгән аҡсаның дөйөм күләме 272 миллион 800 мең һум тәшкил итте, шуның 267 миллион 400 мең һумы – федераль, 5 миллион 400 мең һумы – республика ҡаҙнаһынан.

 

Ошо осорҙа мәктәп йәшендәге 50 352 бала өсөн туризмды ("Мәктәп туризмы") популярлаштырыу һәм арзанайтыу саралар күрелде, дәүләт ярҙамы менән фө халыҡ-ара марафоны, "Салауат ере" фестивале, "Башҡорт аты" халыҡ-ара фестивале, Күсмә мәҙәниәттәр фестивале, "Терра-ҡыш" фестивале уҙғарылды. Өфө ҡалаһының туристик үҙәген проектлау буйынса ике проект тормошҡа ашырылды. Өфө, Бөрө ҡалаларында туристик инфраструктураны үҫтереү буйынса 179 инвестиция проектына грант ярҙамы күрһәтелде

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас