Иҡтисад
31 Ғинуар 2025, 06:30

Әбйәлилдән 1817 тонна арпа сит илгә оҙатылды

2025 йылда тәүге булып Башҡортостандан арпаһы партияһын Ҡытайға әбйәлилдәр оҙатты. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Әбйәлилдән 1817 тонна арпа сит илгә оҙатылдыӘбйәлилдән 1817 тонна арпа сит илгә оҙатылды
Әбйәлилдән 1817 тонна арпа сит илгә оҙатылды

Россельхознадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығынан белдереүҙәренсә, игендең бөтә  партияһынан фитосанитар экспертиза үткәреү өсөн һайлап алынған өлгөләр Россельхознадзор ҡарамағындағы Башҡортостан һынау лабораторияһында энтомологик, гербологик, микологик һәм гельминтологик тикшеренеүҙәр үткән. Әбйәлил арпаһы импортлаусы илдең фитосанитар хәүефһеҙлеге талаптарына тап килә, тип билдәләнгән күҙәтеү ведомствоһында.

Бынан алда Башҡортостандың Әбйәлил һәм Дүртөйлө райондары аграрийҙары Ҡытайға 3909 тонна етен оҙатҡан. Бындай хеҙмәттәшлек «Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт»милли проектын тормошҡа ашырыуға ла булышлыҡ итә.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас