Иҡтисад
6 Февраль 2025, 06:40

«Агростартап»тың ярҙамы ҙур!

Башҡортостан Республикаһында 2019 йылдан 2024 йылға тиклем 333 яңы эш башлаған фермер «Агростартап» грантын алды. «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын акселерациялау» төбәк проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә 1 миллиард 39 миллион һумдан ашыу күләмдәге дәүләт ярҙамы бүленгән. Билдәләп үтергә кәрәк, төбәк проекты «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына ярҙам»милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылды. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

«Агростартап»тың ярҙамы ҙур!«Агростартап»тың ярҙамы ҙур!
«Агростартап»тың ярҙамы ҙур!

Былтыр фермерҙар 30 миллиард һум самаһы ауыл хужалығы продукцияһы етештергән, был республика күләмендә 13 проценттан ашыу тәшкил итә.

 «Агростартап» бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа ярҙам программаһы күптәргә агросәнәғәт комплексында яҡшы старт алырға ярҙам итте. Республикала фермер хужалыҡтары башлыса үҫемлекселек продукцияһы етештереүгә махсуслаша. Фермерҙар республикала етештерелгән игендең 36 процентын, көнбағыштың 32 процентын, шәкәр сөгөлдөрөнөң 22 процентын, картуфтың һәм йәшелсәнең 6,5 процентын, ит 5,7 процентын һәм һөттөң 11 процентын етештерә.

«Агростартап» гранты конкурс нигеҙендә 7 миллион һумдан артмаған күләмдә бирелә, башҡа йүнәлештәр буйынса 5 миллион һумға тиклем һәм берлектә финанслау шарттарында – проект суммаһының кәм тигәндә 10 процентын үҙ аҡсаһы тәшкил итергә тейеш. Грантты ҡорамалдар, ауыл хужалығы техникаһы, хайуандар, ер, биналар, ҡоролмалар, ауыл хужалығы производствоһын алып барыу өсөн биналар һатып алыуға, шулай уҡ производство һәм келәттәр биналарын, биналарҙы төҙөүгә, ремонтлауға, модернизациялауға һәм үҙгәртеп ҡороуға һәм башҡа маҡсаттарға йүнәлтергә мөмкин.

Күп кенә әбйәлилдәр ҙә ошо программа сиктәрендә дәүләттән ярҙам алып, үҙе эшен асып ебәрҙе һәм уңышлы дауам итә. Мәҫәлән, фермерҙар Светлана Кинйәбулатова, Әғзәм Насирйәнов, Айбулат Солтанов үҙ бизнес-пландарын уңышлы яҡлап, 3-әр миллион һумлыҡ грант отто. Уларҙың тәүге икәүһе хәҙер балыҡ үрсетә, ә Айбулат Мөхтәр улы һыйыр малы үрсетеү менән мәшғүл.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас