Иҡтисад
14 Февраль 2025, 02:35

Ағиҙел йылғаһы аша яңы күпер буласаҡ

Стәрлетамаҡта Ағиҙел йылғаһы аша яңы күперҙе 2026 йылдың аҙағына тиклем файҙаланыуға тапшырыу планлаштырыла. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Ағиҙел йылғаһы аша яңы күпер буласаҡАғиҙел йылғаһы аша яңы күпер буласаҡ
Ағиҙел йылғаһы аша яңы күпер буласаҡ

Был күпер ҡаланы башҡа муниципалитеттар менән тоташтырған мөһим транспорт юлы һанала. Республика башлығы Радий Хәбиров был хаҡта үҙенең сәхифәһендә «Иҫкеһенә быйыл 45 йыл була. Беҙ күптән уны төҙөкләндерергә вәғәҙә иткәйнек. Хатта халыҡҡа уңайһыҙлыҡтар тыуҙырмаҫ өсөн күләмле эштәр осоронда ваҡытлыса понтон күпер асырға тигән план бар ине. Ләкин һөҙөмтәлә икенсе ҡарарҙа туҡталдыҡ. Ике һыҙатлы яңы күпер әлегеһе кеүек була. Уны файҙаланыуға тапшырғас, элеккеһен нимә эшләтергә икәнен уйларбыҙ», — тип яҙҙы.

Билдәле булыуынса, күперҙәр төҙөү, яңы юлдар һалыу, булғандарын төҙөкләндереү  “Хәүефһеҙ һәм сифатлды юлдар” милли проекты нигеҙендә бойомға ашырыла.Дөйөм алғанда республикала алты йыл буйына милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн 214 миллиард һум аҡса  йәлеп ителгән.

ФОТО: bash.news

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас