Төйәләҫ йылғаһы буйында урынлашҡан база территорияһында ике ҡунаҡ йорто төҙөлгән. Улар йылдың теләһә ҡайһы ваҡытында уңайлы һәм хәүефһеҙ ял итеү өсөн тулыһынса йыһазландырылған. Яҡында йәйәүле маршруттар үтә. Шулай уҡ унда эскәмйәләр һәм беседкалар менән ял итеү зонаһы бар. Бынан тыш, бында ял итеүселәр турист ҡорамалдарын ҡуртымға ала аласаҡ, туҡталҡа хеҙмәттәре лә ҡаралған.
Ҡышҡыһын бында боҙ өҫтөндә конькиҙа шыуырға мөмкин, йәйгеһен ҡунаҡтар йылғала һыу инә, яр буйында ял итә йәки тәбиғәттә пикник ойоштора ала. Актив ял яратыусылар балыҡ тоторға, тирә-яҡ буйлап йәйәү йөрөргә мөмкин.
Халыҡтың әүҙем ялын ойоштороу маҡсатында булдырылған бындай ял итеү урындары “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ“милли проекты үтәлешенә лә булышлыҡ итә.
ФОТО: Сибай ҡала хакимиәте сайтынан