Иҡтисад
8 Апреля 2025, 11:35

Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙары

Ниндәй тауарҙар Башҡортостанда иң яҡшыһы? Улар “Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙары” конкурсы йомғаҡтары буйынса билдәле буласаҡ.

Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙарыБашҡортостандың иң яҡшы тауарҙары
Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙары

“Рәсәйҙең иң яҡшы 100 тауары” конкурсы быйыл “Тотороҡло сифат – ҡулланыусыларҙың ышаныслы нигеҙе” тигән девиз аҫтында бара. Уның төбәк этабында, “Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙары”  бәйгеһендә,  продукциялары заман талаптарына яуап биргән һәм ҙур һорау менән файҙаланған предприятиелар ҡатнаша ала. Унда халыҡ өсөн аҙыҡ-түлек һәм сәнәғәт тауарҙарын тәҡдим итергә, шулай уҡ төрлө хеҙмәт төрҙәрен күрһәтергә мөмкин. Әле конкурста ҡатнашыу өсөн ғаризалар ҡабул итеү ваҡыты оҙайтылды.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: “Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙары” конкурсы быйыл 25-се тапҡыр уҙғарыла. Конкурс комиссияһының рәйесе – республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров.

Фото: ойоштороу комитеты сайтынан.

Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите сайты.

Автор:
Читайте нас