Иҡтисад
11 Апреля 2025, 03:05

Барыһы ла халыҡ мәнфәғәтендә

Республикала яңы бензин һәм газ станциялары төҙөлә. Ике бизнес-план да Өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлегенә индерелгән. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Барыһы ла халыҡ мәнфәғәтендәБарыһы ла халыҡ мәнфәғәтендә
Барыһы ла халыҡ мәнфәғәтендә

Сервис комплексы булған АЗС Октябрьский ҡалаһында М-5 «Урал» трассаһында барлыҡҡа киләсәк. Бында автозапчастар һәм, тәү сиратта, кәрәкле тауарҙар магазины, шиномонтаж, электр транспортын зарядлау пункты һәм автомобиль йыуыу урыны асыла. Проекттың хаҡы – 150 млн һум.

«Газагропром» компанияһы Дыуан районы үҙәге Мәсәғүттә 55 миллион һумлыҡ АГНКС төҙөргә йыйына.

Өҫтөнлөклөләр исемлегенә индереү инвесторҙарға дәүләт ярҙамы (һалым буйынса льгота, участкаларҙы рәсмиләштереүҙә ярҙам һәм башҡалар) алырға мөмкинлек бирә.

“Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проекты бойомға ашырыуҙа ла етди аҙым.

Фото:"БАШИНФОРМ"

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас