Әлеге ваҡытта юлдың асфальт япмаһы аҫтында газ торбалары һалыу эштәре алып барыла.Бынан тыш, быйыл көҙ музей комплексы менән бергә яҡын-тирәләге Әтек, Мәндәғол, Кейекбай, Ҡотан, Ғәҙелгәрәй һәм Ырғыҙлы ауылдары ла зәңгәр яғыулыҡҡа тоташтырылыуы көтөлә. Ҡасаба-ара газ үткәргес алыҫ ауылдарҙы район үҙәге менән тоташтырған да инде, хәҙер ауылдарҙа эштәр бара.
Социаль программа сиктәрендә 2025 йылда Башҡортостанда биш ҡасаба-ара газ үткәргес төҙөлә. Был дүрт районда 22 ауылды газ менән тәьмин итергә мөмкинлек бирә.
Социаль программа сиктәрендә ағымдағы йылда 459,5 саҡрым газ үткәргес төҙөү планлаштырыла. Был иһә 14 мең йортто газға тоташтырырға мөмкин тигән һүҙ. Программа ярҙамында бөтәһе 57,4 мең ғаилә газ менән файҙаланыу мөмкинлегенә эйә була. Башҡортостан ошо йүнәлештә алдынғы урындарҙы биләй.
Ауылдарҙа “зәңгәр яғыулыҡҡа тоташтырыу “Торлаҡ һәм ҡала мөхите “ милли проекты үтәлешенә лә үҙ өлөшөн индерә.