Иҡтисад
7 Май 2025, 06:36

Башҡортостан-Үзбәкстан хеҙмәттәшлеге нығый

Башҡортостандың Рәсми делегацияһының Үзбәкстанға «Иннопром. Центральная Азия», күргәҙмәһенә сәфәре барышында дөйөм суммаһы 2,8 миллиард һумлыҡ килешеүҙәргә ҡул ҡуйылған. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Башҡортостан-Үзбәкстан хеҙмәттәшлеге нығыйБашҡортостан-Үзбәкстан хеҙмәттәшлеге нығый
Башҡортостан-Үзбәкстан хеҙмәттәшлеге нығый

Өфөлә халыҡ-ара күп функциялы эшлекле комплекс төҙөү иң мөһим проекттарҙың береһе буласаҡ. Уға 2,3 миллиард һум инвестиция һалыу планлаштырыла. Бынан тыш, Башҡортостандың сауҙа министрлығы, республиканан шәхси эшҡыуар Һәм «Октош Текстиль» ЯСЙ-һы Башҡортостанда заманса производство келәте төҙөү тураһында меморандумға ҡул ҡуйҙы. Проектҡа 200 миллион һум аҡса һалынасаҡ. Тағы бер килешеү башҡортостанға төрлө сәнәғәт тармаҡтарында талап ителгән вермикулитты оҙатыуҙы яйға һалырға мөмкинлек бирәсәк.

«Урал Нуры» ЯСЙ-һы Үзбәкстан компаниялары менән Башҡортостанға яңы емеш-еләк һәм йәшелсә поставкалау тураһында 4 килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Ағымдағы йылда уларҙың күләме 2,9 миллион аҡш доллары самаһы тәшкил итер тип көтөлә. Башҡортостан үҙ сиратында Үзбәкстанға алкоголь продукцияһы һәм ҡымыҙ оҙатасаҡ. Бынан тыш, емеш-еләк һәм ҡоро емеш-еләк эшкәртеү комплексын булдырыу тураһында алдан килешеүҙәр төҙөлгән, Башҡортостанда үзбәк тауар-сеймал биржаһының филиалын асыу мөмкинлеге ҡарала. Бында йхеҙмәттәшлек "Халыҡ-ара кооперация һәм экспортӘ милли проекты үтәлешенә ҙур өлөш индерә.

ФОТО: "Башинформ".

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас