

Белорет эшҡыуары, икмәк бешереү бизнесы хужаһы Дарья Челишева “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проекты ярҙамында бизнесын үҫтереү өсөн матди ярҙам алды. Башҡорт микрокредит компанияһы биргән 5 миллион һумлыҡ кредит арҡаһында ул әйләнештәге капиталды тулыландыра, етештереү өсөн кәрәкле сеймал һатып ала ала.
Башҡорт микрокредит компанияһынан алынған кредиттар әйләнештәге капиталды тулыландырыуҙан тыш, эшҡыуарҙарға етештереүҙе яңыртыу, яңы технологиялар индереү, эш урындары булдырыу мөмкинлеген бирә.
Эшҡыуарлыҡҡа ынтылыусыларға ярҙам итеүгә айырым иғтибар бирелә. Дәүләт ярҙамы уларға кәрәкле башланғыс капиталды алырға һәм бизнесты үҫтереүҙең башланғыс этабында күп хаталарҙан ҡотолорға мөмкинлек бирә.