

Владимир Путин менән Сергей Собянин осрашыуындаа баш ҡаланың инфраструктура объекттарын төҙөү һәм модернизациялау мәсьәләләре тикшерелде. Мәскәү иҡтисады тулайым төбәк продукты күләме буйынса донъяла иң ҙур өсәү иҫәбенә инә, унда икенсе урынды биләй (Был күрһәткес буйынса лидер – Нью-Йорк, өсөнсөлә – Шанхай). 2019 йылдан Мәскәүҙең тулайым төбәк продукты 26,9 процентҡа артҡан, ә 2024 йылда, яҡынса баһа буйынса, үҫеш 5,5 процент тәшкил иткән.
"Мәскәү ғәҙәттәгесә бөтә йүнәлештәр, шул иҫәптән инвестициялар буйынса ла бик яҡшы күрһәткестәр күрһәтә», — тип билдәләне әңгәмә башында президент Владимир Путин, ил иҡтисадында Мәскәүҙең өлөшөнөң әһәмиәтен һыҙыҡ өҫтөнә алып. Баш ҡала мэры үҙенең докладында иҡтисадтың төрлө секторҙарындағы прогресс тураһында һөйләне. Һүҙ, тәү сиратта, сәнәғәт, шул иҫәптән юғары технологиялы сәнәғәт тураһында бара, уны үҫтереү курсы 2020 йылдарҙа уҡ алынған.
ФОТО: tass.ru