Иҡтисад
13 Май 2025, 05:50

Башҡортостан биопрепараттары сит илдә һатыла

Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә "БашИнком" нефть эшкәртеү предприятиеһы  етештергән Гуми-20 препаратын һатыу башланды.

Башҡортостан биопрепараттары сит илдә һатылаБашҡортостан биопрепараттары сит илдә һатыла
Башҡортостан биопрепараттары сит илдә һатыла
Был турала төбәктең Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр иттеләр.
Был ваҡиға халыҡ-ара органик игенселек баҙарында яңы перспективалар аса. Компанияла билдәләүҙәренсә, беренсе ҙур экспорт контрактына команданың күп йыллыҡ хеҙмәте сәбәпсе була. Хеҙмәттәшлеккә теркәлгәндән алып йөк Ғәрәп Әмирлектәрендәге трейдер келәтендә барлыҡҡа килгәнгә тиклем 3,5 йылдан ашыу ваҡыт үткән. Crawford килешеүенә ярашлы, яңы майҙансыҡтан продукция бөтә донъяла һатыласаҡ.
 
Быға тиклем "БашИнком" компанияһы продукцияһын Һиндостанға, Вьетнамға, Чехияға, Беларусь Республикаһына, Ҡаҙағстанға, Грузияға, Азербайжанға, Тажикстанға, Төркмәнстанға, Үзбәкстанға, Ҡырғыҙстанға, Молдоваға, йәғни 41 илгә экспортлаған ине. Бөгөн традицион партнерҙар менән дә эш алып барыла, шулай уҡ экспорт өсөн яңы баҙарҙар үҙләштерелә.
 
Фото: Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите сайты.
Автор:
Читайте нас