

Дөйөм алғанда, Конгоға барлығы 162 тонна күркә ите продукцияһы һатылған.
Күркә ите етештереүҙә махсуслашҡан Мәләүез предприятиеһы алтынсы тапҡыр оҙатҡан продукцияһы 27 тонна тәшкил иткән.
Бынан тыш, был предприятие ошо көндәрҙә Әзербайжанға ла 18,5 тонна күркә итенән ярымфабрикаттар экспортлаған, йыл башынан иһә оҙатылған продукцияның барлығы 124 тоннаға еткән.
Бындай хеҙмәттәшлек “халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектының “Лайыҡлы һәм нәтижәле хеҙмәт һәм уңышлы эшҡыуарлыҡ” программаһы нигеҙендә бойомға ашырыла.