Иҡтисад
20 Май 2025, 04:43

Төбәк үҫеше өсөн инвестиция кәрәк

Әбйәлил республикабыҙҙың иң матур райондарының береһе. Халҡы уңған, шуға тормоштары етеш һәм мул, тип уларҙы маҡтарға ла яратабыҙ.

Төбәк үҫеше өсөн инвестиция кәрәкТөбәк үҫеше өсөн инвестиция кәрәк
Төбәк үҫеше өсөн инвестиция кәрәк

                                                                                                                                 

Салауат ятҡылығында геология разведка эштәре башланыуға бәйле ваҡиғаларҙы ситтән бер аҙ күҙәткәндән һуң, әбйәлилдәрҙең егәрлелегенә, етеш тормошона һәм әлеге ваҡиғаларға ҡарата анализ эшләп ҡарарға ниәт иттек.
«Беҙ шул Магнит иҫәбенә йәшәйбеҙ инде». Әбйәлилдәр йыш ҡына шулай ти. Сөнки район ир-егеттәренең күбеһе Әбйәлилдән 30-40 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан ГОРОДта, атап әйткәндә, Рәсәйҙәге һәм БДБ илдәре араһындағы иң ҡеүәтле предприятие - Магнитогорск металлургия комбинатында эшләй. Хеҙмәт шарттары ябай түгел - ҡатмарлы, предприятиенан экологик зарар ҙа юҡ түгел – бар. Әммә Магнит халҡы кеүек әбйәлилдәр ҙә был һорауҙарға күҙ йома, сөнки – эш урындары бар - хеҙмәт хаҡы юғары! Ир-егеттәр сәләмәтлек өсөн зарарлы тип һис кенә лә ошо эштәренән баш тартырға ашыҡмай – уның ҡарауы донъялары бөтөн, төҙөк, ғаиләләре ҡәнәғәт. Әбйәлил ҡатын-ҡыҙҙарының да күбеһе тап ошо комбинат иҫәбенә табыш-килем ала – улар ҡаланың төрлө ойошма, үҙәктәрендә эшләйҙәр.
Ә бит бөгөн ярты миллион халҡы булған ҡала буш урында барлыҡҡа килмәгән. Тап 1930 йылда Магнит тауы итәгендә комбинат төҙөлөү арҡаһында ғына Әбйәлилдәрҙең үҙ ГОРОДы бар һәм был ҡала тап ошо комбинат иҫәбенә генә Көньяҡ Уралдағы иң ҙур мәҙәни-эшлекле үҙәктәрҙең береһе булып иҫәпләнә. (Ошо урында БСК, Шахтау, Стәрлетамаҡ ҡалаһы кеүек үк тип сағыштырғы килә). Баймаҡ, Бөрйән халҡынан айырмалы Әбйәлил ауылдарында йәшәүселәрҙең ит, һөт, май, йомортҡаһын алып барып һатыр урын да булып тора ГОРОД. Шулай итеп, йәшәйеш үҙе дәлилләй – хеҙмәт урындары, кешеләргә эшләр өсөн предприятиелар булған урындарҙа тормош йәнле.
Әммә иғтибарҙы тағы бер мөһим әйбергә йүнәлтәйек - Әбйәлилдәрҙең күбеһе төп налог - килем һалымын күрше төбәктә түләй. Булған аҡсаларын да ана шул ГОРОДҡа барып бөтөрөп ҡайта. Ә бына социаль мәсьәләләрҙең хәл ителешен – урындағы власть вәкилдәренән һәм Башҡортостан етәкселегенән таптыра. Балаларға ясле- баҡсалар, йәштәргә бөтә инфраструктураһы булған ерҙәр кәрәк. Бөгөн ауыл клубтарын йүнәтеү проблемаһын, юлдар һәм күперҙәр ремонтлау, күп ҡатлы йорттарҙың инженер селтәрҙәрен алыштырыу, урындағы ҡаҙанлыҡтарҙы яңыртыу һәм башҡа бик күп һорауҙар күтәрә.
Тап халыҡты хеҙмәт урындары менән тәьмин итеү, социаль мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн урындағы ҡаҙнаны тулыландырыу маҡсатында республикала инвестиция проекттарына һуңғы йылдарҙа ҙур иғтибар бүленә. Республика буйынса төрлө йүнәлештәге предприятиелар күпләп асыла.
Проекттар, мәғлүм, заман талаптарына ярашлы әҙерләнә. Шул уҡ 20-се быуат башындағынан айырмалы бөгөн экологик талаптар беренсе урында тора.
Салауат ятҡылығында геологоразведка эштәре алып барыу өсөн бирелгән лицензия – айырым кешеләр өсөн сираттағы сәйәси уйын икәнен инҡар итмәйек. (Ошо урында республика етәкселегенә йәнә ташланмаҫ элек, разведка эштәренә лицензияның республика тарафынан түгел, ә федераль үҙәктән бирелеүен айырым һыҙыҡ аҫтына алам).
Әбйәлил халҡына, ығы-зығыны туҡтатып, яңы предприятие етәкселегенә мөһим социаль бурыстар йөкмәтеү урынлы булмаҫмы икән? Мәҫәлән, урындағы халыҡты барыбер эшкә алмаясаҡтар тигән имеш-мимешкә ышанғансы, шул ойошма иҫәбенә сығарылыш уҡыусыларына илдең алдынғы вуздарында, махсус колледждарҙа йүнәлтмәле уҡытыу ойоштороу темаһын күтәреү, әле белем алып йөрөгән Әбйәлил студенттарынан кадрҙар резервын раҫлатыу. Бик тә бик булмаһа, Магнит менән Әбйәлил районы араһына иҫкергәндән һүтеп алынған стеланы булһа ла ҡуйҙыртыр инегеҙ. Уйлап ҡараһаң, әле райондың шул стеланы яңыртырлыҡ та аҡсаһы юҡ түгелме?
Себер нимәһе менән ымһындыра – оло сәнәғәт предприятиелары һәм унда юғары хеҙмәт хаҡы тәҡдим ителгән эш урындары булыуы менән. Тап шуға ла Урал аръяғы ир-егеттәренең күбеһе ғаиләләрен ташлап ситтә ғүмер уҙҙыра, балалар атай тәрбиәһе күрмәй үҫә.

Ә һөрән һалырға яратыусылар – республикала эш урындары юҡ – шуға ирҙәр вахтаға китергә мәжбүр тип тип яр һала. Һәр яңылыҡты кире күренеш итеп ҡабул итеүселәр иһә үҙебеҙҙә яңы предприятиелар асылылыу темаһын бысраҡ сәйәсәткә әйләндерә һала.

Рәсәй бөгөн Совет осоронда булдырған предприятиелар иҫәбенә көслө, тормошобоҙ шул ваҡытта тупланған ҡеүәт инерцияһы буйынса алға тәгәрәй. Яңынан элекке мөмкинлектәргә ҡайтып, сәнәғәт, технология суверинитетын нығытыу, донъя өсөн сеймал сығанағы ғына булыуҙан туҡтап, етештереү тармағын үҫтереү кәрәклеге тураһында һүҙ барғанда – уйланаһы урын бар.

Гүзәл Мирасова.

 

Зөлфәр Амангилдин, хеҙмәт ветераны:

–Әйе, Әбйәлил районы сәнәғәт предприятиеларының һаны, үҫеше буйынса республикала иң артта ҡалған төбәктәрҙең береһе. Ҡасандыр, 2000-енсе йылдарҙа, районда тиҫтәләгән бәләкәй булһалар ҙа сәнәғәт өлкәһендәге тиҫтәләгән бәләкәй предприятиелар эшләне, улар йөҙәрләгән кешене эш менән тәьмин итте. Мәҫәлән, урындағы сеймалдан төрлө сорттағы колбасалар, кукуруз таяҡтары, газлы һыу, етештереү, балыҡ ыҫлау яҡшы кимәлгә ҡуйылғайны, яңы, заманса линиялар ҡуйылған һөт заводында, урындағы колхоз-совхоздарҙан килтерелгән һөттән май, ҡаймаҡ, эремсек, кефир кеүек тиҫтәләгән төрҙәге һөт продукттары етештерелде, икмәк комбинаты ла үҙенең икмәк-булка изделиелары менән халыҡты ҡыуандырҙы. Шул йылдарҙа эшләп килгән ҡеүәтле ағас эшкәртеү цехы ла юҡҡа сыҡты. Үкенескә күрә, йылдар үтә килә был предприятиеларҙың исеме генә тороп ҡалды. Район халҡы төрлө йылдарҙа үткәрелеп килгән "Урал аръяғын үҫтереү" программаларына ҙур өмөт бағлап йәшәне, әммә ул программаларҙа ҡаралған проекттар районға килеп етмәне. Былар барыһы ла социаль көрсөргәнешлеккә алып килде. Райондағы эшһеҙлек арҡаһында бөгөн меңәрләгән Әбйәлил халҡы эш эҙләп сит өлкәләргә, Себер тарафтарына сығып китергә мәжбүр булды. Был үҙ сиратында ғаиләләрҙең тарҡалыуына, ҡатын ҡыҙҙар эскелегенең көсәйеүенә килтерә. Районға көслө, ҡеүәтле инвесторҙар йәлеп итмәйенсә, ағас эшкәртеү, мебель етештереү, тегеү цехтары кеүек ҙур предприятиелар булдырмайынса бер социаль проблема ла ыңғай хәл ителмәйәсәк.

 Ысынлап та, бөгөн халыҡты иң борсоған мәсьәлә - эш урындары. Ләкин һәр кем эшҡыуар булып китә алмай, шуға ла коллектив хужалыҡтар, предприятиелар булырға тейеш. Районға Русская медная компания (РМК) ҙур инвестиция һалырға ниәтләй. Быны хупларға ғына кәрәк. Был, бер яҡтан, эш урындары булдырһа, икенсе яҡтан һалым килеүен арттырасаҡ, тимәк, район үҫешәсәк.

 Ошо араларҙа күп яҡташтарыбыҙ РМК-ның филиалы булған Томинский тау байыҡтырыу комбинатында булып, уның эше, торошо менән танышты. Етештереүҙе донъя кимәленә еткергән, заман талаптарына яуап биргән технологияларҙы ҡулланған, эшселәренең, урындағы халыҡтың социаль үҫешен юғары кимәлдә хәл иткән предприятиены күреп күптәребеҙ хайран ҡалды тиһәм дә хата булмаҫ.

 

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас