

Эшкә урынлашыу йәрминкәһе “Кадрҙар” милли проекты сиктәрендә уҙғарыла. Ул предприятиеларҙы кәрәкле белгестәр менән тәьмин итергә, йәштәрҙе эшкә урынлаштырыу мөмкинлектәрен киңәйтергә, эшсе һөнәрҙәрҙең абруйын күтәрергә булышлыҡ итә.
Йәрминкәлә республиканың алдынғы предприятиелары үҙ вакансияларын тәҡдим итәсәк. Программала шулай уҡ оҫталыҡ дәрестәре, профдиагностика һәм башҡа саралар ҡаралған.
18 апрелдә үткән Бөтә Рәсәй эшкә урынлаштырыу йәрминкәһенең төбәк этабында меңгә яҡын эш биреүсе 15,8 мең вакансия тәҡдим итте. Йәрминкәгә 29,8 мең кеше килде.