Иҡтисад
30 Май 2025, 07:50

Башҡортостанда роботтар етештереләсәк

“Етештереү һәм автоматлаштырыу саралары” милли проекты сиктәрендә Башҡортостан предприятиеһында  роботтар етештереләсәк. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Башҡортостанда роботтар етештереләсәкБашҡортостанда роботтар етештереләсәк
Башҡортостанда роботтар етештереләсәк

Был тәңгәлдә Рәсәй, БДБ илдәре һәм алыҫ сит илдәр баҙарында геофизик ҡорамалдар етештереүсе һәм тәьмин итеүселәрҙең береһе булған “Геоспейс Технолоджис Евразия” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең Өфө компанияһы һайлап алынған.

Башҡортостандың сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев белдереүенсә, роботлаштырыуҙы үҫтереү һәм уны етештереү процесына индереү етештереү сараларын модернизациялау һәм автоматлаштырыу буйынса милли проект бурыстарын туранан-тура хәл итеүсе стратегик мөһим аҙым. Заманса робототехник комплекстар предприятие эшенең һөҙөмтәлелеген арттырыуҙан тыш, сығымдарҙы һиҙелерлек кәметергә, сығарылған тауар күләмен арттырырға һәм кадрҙар етешмәү шарттарында сәнәғәт секторының тотороҡло үҫешен тәьмин итергә мөмкинлек бирә.

Производствоны роботлаштырыу проекты ике ай дауам итәсәк һәм предприятиеның ағымдағы торошон диагностикалау һәм “нескә урындарҙы” билдәләү менән башлана. Федераль компетенциялар үҙәге эксперттары робот техникаһына функциональ талаптарҙы билдәләй һәм робототехник комплекстың оптималь конфигурацияһын һайлай. Бынан тыш, уның иҡтисади маҡсатҡа ярашлылығын комплекслы баһалау үткәрелә: етештереү участкаһының ағымдағы иҡтисади күрһәткестәре, роботтарҙы индереү хаҡы һәм уларҙы ҡулланыуҙың иҡтисади эффекты иҫәпләнә.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас