

Өфө хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев Һәм Минск ҡала башҡарма комитеты рәйесе Владимир Кухарев 2026-2028 йылдарға Өфө менән Минск араһында муниципаль-ара мөнәсәбәттәрҙе үҫтереү һәм киңәйтеү буйынса саралар планына ҡул ҡуйҙы. Минск Партизан районы хакимиәте башлығы Николай Поляков Һәм Өфөнөң Калинин, Октябрь, Совет, Киров райондары хакимиәттәре башлыҡтары 2025-2027 йылдарға сауҙа-иҡтисади хеҙмәттәшлек тураһында килешеүҙәрҙе тормошҡа ашырыу буйынса саралар планына ҡул ҡуйҙы.
Бынан тыш, Беларусь Сауҙа-сәнәғәт палатаһының Минск бүлексәһе һәм Башҡортостандың сауҙа-сәнәғәт палатаһы, «Минск» махсус иҡтисади зонаһы хакимиәте һәм Башҡортостан кластерҙары ассоциацияһы, Беларусь дәүләт академия бейеү ансамбле һәм Өфө «Мираҫ" йыр һәм бейеү ансамбле менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеүҙәр, Минск һәм Өфө туристик-мәғлүмәт үҙәктәре араһында мәғлүмәт хеҙмәттәшлеге тураһында килешеү төҙөлдө, Өфө коммерция предприятиеһына резина плиталар килтереүгә контрактҡа ҡул ҡуйылды.
Бындай хеҙмәттәшлек "Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт" милли проекты үтәлешенә булышлшыҡ итәсәк.