Иҡтисад
20 Июнь 2025, 02:20

Башҡортостан делегацияһы иҡтисади форумда ҡатнаша

18-21 июндә Санкт-Петербургта Халыҡ-ара иҡтисади форумы (ПМЭФ)үтә, унда республика башлығы Радий Хәбиров етәкселегендә Башҡортостандың рәсми делегацияһы ла ҡатнаша. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Башҡортостан делегацияһы иҡтисади форумда ҡатнашаБашҡортостан делегацияһы иҡтисади форумда ҡатнаша
Башҡортостан делегацияһы иҡтисади форумда ҡатнаша

 

Форум сиктәрендә төрлө эшлекле осрашыуҙар, илдең социаль-иҡтисади үҫеше мәсьәләләре буйынса дискуссиялар ҡаралған.
Эшлекле программала ҡаралғанса, Радий Хәбиров Рәсәйтөбәктәре етәкселәре,  дәүләттәр вәкилдәре, илебеҙ һәм сит ил компаниялары менеджерҙары менән осрашасаҡ, шулай уҡ бер нисә стратегик килешеүгә ҡул ҡуясаҡ. Бындай килешеүҙәр төҙөү “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты үтәлешенә лә үҙ өлөшөн индерәсәк.

Фото: РБ башлығы сайтынан.

 

 

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас