Иҡтисад
4 Июль 2025, 01:55

Мәләүездәр Африкаға күркә ите оҙатты

"Россельхознадзор"ҙың Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы Мәләүез предприятиеһы тарафынан Бензинға һәм Гвинеяға экспорт өсөн әҙерләнгән тағы 54 тонна туңдырылған күркә ите ярымфабрикаттарын тикшереү үткәргән. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Мәләүездәр Африкаға күркә ите оҙаттыМәләүездәр Африкаға күркә ите оҙатты
Мәләүездәр Африкаға күркә ите оҙатты

Һәр береһе 27 тонна булған ике партия ла, сит ил контрагенттарына ебәрер алдынан Рәсәй Дәүләт сигендә һәм транспортта тикшереү, лаборатор тикшеренеүҙәр һәм документаль рәсмиләштереү процедураһын үткән.

Мәләүез күркә үҫтереү һәм был ҡош итенән ярымфабрикаттар етештереү предприятиеһы экспорт сертификацияһы үткән һәм «Цербер» ФГИС экспортерҙар реестрына индерелгән. Туңдырылған ярымфабрикаттар автомобиль транспорты менән Санкт-Петербургка тиклем оҙатыла, һуңынан диңгеҙ порты аша Африкал континентына ебәреләсәк.

Сит илдәр менән үҙ-ара хеҙмәттәшлек “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты нигеҙендә ғәмәлгә ашырыла.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас